-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2020, 23:25

Башҡа сара ҡалмағас, ҡатындың хатта ҡулдарын бәйләгәндәр

Оло ғауға ҡуптарған

Баҡтиһәң, Өфөлә йәшәгән ҡатын һуҡмыш килеш самолетҡа ултырған да, оло ғауға ҡуптарған. Пассажирҙарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, гүзәл зат вәкиле салонды һәм бортпроводниктарҙы 40 минут буйы ҙур “көсөргәнеш”тә тотҡан. Гүзәл зат вәкиленең туҡтауһыҙ һүгенеүҙәре, сумкаһын тотоп ҡулын һелтәүе бар пассажирҙарҙы ла аптыратҡан, хатта күптәре уны кеҫә телефонына видеоға, фотоға төшөргән. Янъялсының тос йоҙроғо хатта бер нисә иргә эләккән. Бортповодниктар ҡатынды бер нисек тә тынысландыра алмағас, уның ҡулдарын скотч менән бәйләргә мәжбүр булған. Әммә гүзәл зат вәкилен хатта был эш тә тиҙ генә туҡтата алмаған...
Пассажир Галинаның хәбәр итеүенсә, һөҙөмтәлә экипаж протокол төҙөгән. Командир холоҡһоҙ ҡатын тынысланмаһа, самолетты Иран биләмәһендә ултыртырға мәжбүр буласағы хаҡында белдергән. Ошо хәлдән һуң ғына “дәртле” пассажир тынысланған һәм йоҡоға талған. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә осоп төшкәс, ҡатынды полицияға тапшырғандар. Уға хәҙер штраф йәки холоҡ төҙәтеү эштәре янай.
“Башинформ” фотоһы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: