+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2020, 12:00

"Фидан Ғафаров үлгән", тигән хәбәр кемгә кәрәк булған?

Ә яратҡан йырсыбыҙға оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ!

Кисә тыныс ҡына кисте ҡот осҡос яңылыҡ менән боҙҙолар. Ватсапҡа бер-бер артлы хәбәрҙәр килә башланы: “21.01.2020 йылда Ейәнсура районында булған автофажиғә һөҙөмтәһендә, Иҫәнғол район үҙәк дауаханаһының реанимацияһында иң талантлы йырсы Фидан Ғафаров һәләк булды. Уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, ул һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ”. Артабан шиғыры ла бар етмәһә:
Һалҡын ҡышты шаҡ ҡатырып,
Дуҫ-иштәреңә рух ҡалдырып,
Киттең инде килмәҫ яҡтарға...
Һау бул, дуҫҡай, һау бул, ағай,
Булһын йәнең ожмахта...
Йөрәк өшөп китте бындай яңылыҡтан. Көн һайын республика юлдарында дүрт-биш кешенең үлеп тороуын иҫәпкә алғанда, ышанмаҫ ереңдән ышанырһың.
Шулай ҙа бер нисә әйбер һағайтты. Бөгөн республиканың ул яҡтарында ҡурҡыныс авариялар теркәлмәне, беҙ быны күҙәтеп барабыҙ. Шулай уҡ интернет баҫмаларында ла был турала яңылыҡ юҡ. Яратҡан йырсыбыҙҙың улы Азамат Ғафаровтың сәхифәһенә ингәс иһә, барыһы ла билдәле булды: Фидан Ғафаров - иҫән-һау!
“Дуҫтарым минең. Бөтәгеҙҙе лә тынысландырғым килә, минең атайым иҫән-һау. Кемдер Фидан Ғафаров аварияла һәләк булған тигән имеш-мимештәр ебәрә (ҡулдарын өҙөп алырға ине), был аҡса эшләү өсөн эшләнә. Атайым әйтмешләй: не дождутся! Дуҫтар барыһы ла яҡшы!” - тип яҙҙы улы.
Кемгә кәрәк инде ошолай халыҡты борсоуға һалыу? Бындай нимәләр менән шаяртмайҙар бит. Кемдер ярҙам һорап, ғаилә исеменән аҡса йыймаҡсы булғандыр, моғайын...
Ә яратҡан йырсыбыҙға оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ!
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: