+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2020, 13:15

Күп ҡатлы йорттарға капиталь ремонт хаҡы үҙгәрҙе

11 проценттан артыҡ булырға тейеш түгел

Башҡортостанда 1 ғинуарҙан күп ҡатлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәткә капиталь ремонт хаҡы үҙгәрҙе: алты ҡатҡа тиклемге йорттар өсөн квадрат метрына 6 һум 90 тин, алты ҡаттан бейегерәк булғандарына 7 ярым һум алына. Был тариф республика Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнде.
“Республика төбәк операторы” фонды белдереүенсә, капиталь ремонт өсөн иғәнә ошо фонд ойошторолғандан алып бер ҡасан дә үҙгәрмәгән - илдә иң арзан хаҡтарҙың береһе булып тора.
Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүе өсөн түләү ғаиләнең дөйөм килеменең 11 процентынан артыҡ булырға тейеш түгел.
Читайте нас: