Уның ете млрд һумын йөрәк-ҡан тамырҙары һәм яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеүгә йүнәлтеү ҡаралған. 27 күсмә медицина комплексы һатып алынасаҡ. Был медицина ярҙамын республика райондарының төпкөл ауылдарында йәшәүсе халыҡ та ала аласаҡ тигән һүҙ. Белеүебеҙсә, һәр кемдең дә Өфөлә урынлашҡан дауалау пункттарына килергә мөмкинлеге юҡ. Милли проект тап шундай ябай халыҡҡа ярҙам итеүҙе ҡарай.