24 ғинуар беҙҙе аяҙлы-болотло көн көтә. Бер аҙ ҡар яуыуы, ихтимал, юлдарҙың айырым урындарында боҙлауыҡ, томан.
Елдең тиҙлеге - 5-10 м/с.
Һауа температураһы төндә -8,-13°, көндөҙ -5,-10°.
25 ғинуар - көн болотло буласаҡ, саҡ ҡына ҡар яуасаҡ, ҡайһы бер райондарҙа буран сығып, юлдарға көрт өйәсәк. Боҙлауыҡ та хәүеф тыуҙырасаҡ.
Елдең тиҙлеге 8-13 м/с, көсәйгәндә - 18 м/с.
Һауа температураһы төндә -9,-14°, аяҙайғанда -20°, көндөҙ -4,-9°.
26 ғинуар - болотло, тимәк күңелһеҙерәк көн буласаҡ, ҡар яуасаҡ, буран, юлдарҙа - көрт, боҙлауыҡ.
Елдең тиҙлеге 9-14 м/с, төндә - 18 м/с.
Һауа температураһы төндә -5,-10°, көндөҙ -3,-8°.