Уның буйынса төрлө программалар тормошҡа ашырыла. Үҙ эшен асырға теләгән кешеләргә дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелә, райондарҙа хакимиәт башлыҡтары «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» ойоштора. Ошондай сараларҙа тәжрибә тупларға, файҙалы кәңәштәр алырға мөмкин. 2020 йылда ла бындай осрашыуҙар дауам итәсәк.