+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 13:50

Телефондан күп һөйләшергә ярамай

Баш мейеһе яман шешенә килтерә

Телефонды салбар кеҫәһендә йөрөтөү зыянлы, тип белдергән “Роспотребнадзор” идаралығы белгестәре.
Сөнки телефон шылтыраған һәм элемтә урынлашҡан ваҡытта гаджеттар тулы ҡеүәтенә эшләй икән. Был ваҡытта зарарлы нурҙар ҙа күп бүленеп сыға. Шуға ла белгестәр трубканы телефон шылтырағас та 10-12 секундтан һуң ғына ҡолаҡҡа ҡуйырға кәңәш итә.
Һөйләшеү ике минуттан артмаҫҡа тейеш, ти улар.
Халыҡ араһында телефондан оҙаҡ һөйләшеү баш мейеһе яман шешенә килтерә, тигән һүҙҙәр ҙә, йөрөй. Онкологтар иһә был һүҙҙәрҙе дәлилләмәй. Яман шешкә телефондың ни дәрәжәлә тәҫир иткәне теүәл асыҡланмаһа ла, гаджеттарҙан смс- хәбәрҙәр яҙышыу бармаҡ быуындарының үҙгәрешенә килтереүе иҫбатланған. Шулай уҡ күҙгә лә һиҙелерлек зыян килтерә.
"Йәшлек" гәзите
Фото: интернет
Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
Читайте нас: