Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы Ҡытайға барыуҙы кисектереп торорға тәҡдим итә. Унда билдәһеҙ коронавирус таралған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, илдә 600-гә яҡын кеше ошо инфекция менән зарарланған, 17 кеше үлгән. Белгестәр әйтеүенсә, йоғошло ауырыу һауа юлы аша бер кешенән икенсеһенә күсә.
Коронавирус таралыу сәбәпле Өфө халыҡ-ара аэропортында санитар-карантин контроле көсәйтелгән. “Бөтә халыҡ-ара рейстарҙы тикшерәбеҙ. Ҡытайҙан килгән самолет пассажирҙары айырыуса иғтибар үҙәгендә. Сәфәрҙән ҡайтыусылар ауыр хәлдә булһа, улар дауаханаға оҙатыла”, - тип белдерҙе Ҡулланыусылар хоҡуҡтарынын яҡлау буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы матбуғат секретары Анастасия Күсемова.