Республика райондарында мәҙәниәт усаҡтарына яңы һулыш өрөлә. «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы, тиҫтәнән ашыу район уларҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу маҡсатында субсидиялар аласаҡ. Был сумма халыҡ күпләп йыйылған мәҙәниәт йорттарының күренешен матурларға ярҙам итәсәк. Быйыл, Фольклориада үткәрелгән йылда, милли проекттың үтәлеше айырыуса мөһим.