+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 13:20

Пенсия ете процентҡа артасаҡ

Эшләгән пенсия алыусыларға артмаясаҡ.

Әле халыҡ араһында 1 апрелдән пенсияның ете процентҡа артасағы хаҡында хәбәр йөрөй. Бында, әлбиттә, һүҙ социаль пенсия тураһында һүҙ бара.
Пенсия фонды белгестәре аңлатыуынса, социаль пенсия хеҙмәт стажы булмағандарға, билдәле сәбәптәр арҡаһында ҡартлыҡ буйынса пенсияға сығыу хоҡуғы булмағандарға билдәләнә. Бынан тыш, ул инвалидтарға, инвалид балаларға, ҡараусыһын юғалтҡандарға, етемдәргә, ата-әсәһе билдәһеҙ балаларға ла түләнә. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар, Ленинград блокадаһында булғандар, радиациянан зыян күргәндәр, Чернобыль фажиғәһендә һәләк булғандарҙың туғандарына ла социаль пенсия ҡаралған.

1 апрелдән индексация кешенең эшләү-эшләмәүенә ҡарамаҫтан яһаласаҡ. Инвалидлыҡ буйынса пенсия алған кеше эшләгән осраҡта ла артҡан пенсияны аласаҡ. Ә бына ҡартлыҡ буйынса социаль пенсия алыусыларҙың, эшләгән осраҡта, пенсиялары ваҡытлыса артмаясаҡ.

Фото: ptzgovorit.ru
Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас: