+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 13:10

Ҙур йөк машинаһы... йортҡа барып ингән

Ярай әле Хоҙай фажиғәнән һаҡланы

Белорет районында ҡурҡыныс юл ваҡиғаһы теркәлә. Ҙур йөк автомобиле, юлдан тайпылып, торлаҡ йортҡа барып инә.
Йорт, ҡойма, тимерлек зыян күрә. Бәхеткә күрә, водителгә, йортта йәшәүселәргә бер ни ҙә булмай.
“Октябрь айында ғына йортто яңы ҡойма менән кәртәләткәйнем. Кәйефем ныҡ ҡырылды, ярай әле Хоҙай фажиғәнән араланы. Йорт менән юл араһында ҙур йырын бар, уның оҙонлоғо сама менән 7 метр, ә тәрәнлеге 4 метрҙан да кәм түгел. Ошо йырынға төшмәй, йортҡа "осоп" килеп ингән фураның ниндәй тиҙлек менән елгәнен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ инде”, - тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә зыян күргән йорт хужаһы.
Юл ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.
Фото: “Бәйләнештә”.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: