+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 17:50

Ял көндәрендә - буран, боҙлауыҡ һәм минус 20

Алдағы өс көнгә һауа торошо

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөнреспубликала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Бер аҙ ҡар, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында тайғаҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр.
Һауа температураһы көндөҙ — минус 5-10 градус.
25 ғинуарҙа төндә аяҙлы-болотло. Бер аҙ ҡар, ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — 9-14 градус һалҡын, аяҙытҡанда минус 20-гә тиклем.
Көндөҙ болотло һауа торошо. Ҡар, айырым райондарҙа буран. Юлдарҙа көрт, тайғаҡ.
Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ — 4-9 градус.
26 ғинуарҙа бер аҙ ҡар яуа. Төндә ҡайһы бер райондарҙа буран. Юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – 5-10 градус һалҡын, көндөҙ йылыраҡ – минус 3-8 градус.
Читайте нас: