0 °С
Ясна
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2020, 14:15
Ауылға һатырға алып ҡайтып барған
Етештереүсеһе билдәһеҙ спиртлы эсемлекте “бизнесмен” ауылда һатҡан
Учалы районында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ЮХДДИ инспекторҙары менән берлектә "Лада Ларгус" автомобилендә китеп барған 54 йәшлек ирҙе туҡтатҡан.
Тикшереү барышында машинала 30 шешә спиртлы эсемлек табылған. Асыҡланыуынса, уның етештереүсеһе билдәһеҙ, ә был урындағы “бизнесмен” уны ауылда һатыу өсөн алып ҡайтып барған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре спиртлы эсемлектәрҙе экспертизаға оҙатҡан.
Закон боҙоусыны административ яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһе хәл ителә.
Әлеге ваҡытта алкоголле эсемлектәр менән законһыҙ сауҙа итеүҙе асыҡлау буйынса ойошторолған рейдтар тотош республика буйынса бара. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта 61 йәшлек ханымдың легаль булмаған эсемлекте фатирынан һатыуы асыҡланған. Баҡһаң, пенсионер быға тиклем дә ошондай уҡ ғәмәле өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Күрәһең, һығымта яһамаған: был юлы ла хоҡуҡ боҙоуға барған. Хәҙер уға ҡаршы енәйәт эше асыласаҡ, ҡатын закон алдында яуап тотасаҡ.
Фото: static.mvd.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы