+24 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2020, 13:50
Фирма аҡсаһын рәхәтләнеп туҙҙырған
Ғәйепләнеүсе Өфөләге "ЭКООЙЛ" компанияһында персонал менән эшләү менеджеры булып торған, шул уҡ ваҡытта ойошмала бухгалтерлыҡ бурыстарын да үтәгән.2017 йылдың июненән былтыр авгусҡа ҡәҙәр ул банкта фирманың финанс-хужалыҡ эше буйынса ялған документтар төҙөй. Һөҙөмтәлә компанияның иҫәбенән 17 миллион һум үҙләштерә. Аҙаҡтан урланған аҡсаны легалләштереп, үҙенә алты миллион һумдан ашыуыраҡ торған “Land Cruiser 200” һатып ала, һәр саҡ самолетта ғына оса, ҡыйбатлы ҡунаҡханаларҙа ғына туҡтала, бер һүҙ менән әйткәндә, фирма аҡсаһын рәхәтләнеп туҙҙыра.31 йәшлек был ҡатынға ҡарата Башҡортостан прокуратураһы "ҙур суммала мутлашыу", "енәйәт юлы аша тапҡан аҡсаны легалләштереү", "ялған документтар, дәүләт наградалары, штамп, мөһөр, бланк яһау" тигән статьялар буйынса енәйәт эшенең һөҙөмтәһен раҫланы."Ул үҙ ғәйебен таныны. Сит ил автомобиленә арест һалынды. Енәйәт эше ҡаралыу өсөн Киров районы судына ебәрелде", – тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһы.Фото: zen.yandex.ruАвтор: Аклима ГизатуллинаБашҡортостан гәзите
Ғәйепләнеүсе Өфөләге "ЭКООЙЛ" компанияһында персонал менән эшләү менеджеры булып торған, шул уҡ ваҡытта ойошмала бухгалтерлыҡ бурыстарын да үтәгән.
2017 йылдың июненән былтыр авгусҡа ҡәҙәр ул банкта фирманың финанс-хужалыҡ эше буйынса ялған документтар төҙөй. Һөҙөмтәлә компанияның иҫәбенән 17 миллион һум үҙләштерә. Аҙаҡтан урланған аҡсаны легалләштереп, үҙенә алты миллион һумдан ашыуыраҡ торған “Land Cruiser 200” һатып ала, һәр саҡ самолетта ғына оса, ҡыйбатлы ҡунаҡханаларҙа ғына туҡтала, бер һүҙ менән әйткәндә, фирма аҡсаһын рәхәтләнеп туҙҙыра.31 йәшлек был ҡатынға ҡарата Башҡортостан прокуратураһы "ҙур суммала мутлашыу", "енәйәт юлы аша тапҡан аҡсаны легалләштереү", "ялған документтар, дәүләт наградалары, штамп, мөһөр, бланк яһау" тигән статьялар буйынса енәйәт эшенең һөҙөмтәһен раҫланы.
"Ул үҙ ғәйебен таныны. Сит ил автомобиленә арест һалынды. Енәйәт эше ҡаралыу өсөн Киров районы судына ебәрелде", – тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһы.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Башҡортостан гәзите
Читайте нас: