+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2020, 17:20

Хәрби частан ҡасҡан

Ул хеҙмәт итеүсе һалдаттарҙан бындай яңылышлыҡҡа бармауҙарын һорай

Башҡортостандан бер һалдатты ике йыл ярымға иркенән мәхрүм иткәндәр, ул хәрби часты үҙ белдеге менән ҡалдырған. 22 йәшлек һалдат контракт буйынса хеҙмәт иткән булған. Суд ултырышы республика биләмәһендә урынлашҡан Алкин хәрби часында үткән.
Тыумышы менән Белорет ҡалаһынан булған Никита Безруков ике енәйәт статьяһы буйынса ғәйепләнә. Тәүҙә ул Приморье крайында хеҙмәт иткән часын үҙ теләге менән ҡалдыра һәм тыуған Белорет ҡалаһына ҡаса. Ҡасып йөрөгән ваҡытта бер нисә тапҡыр урлашып, енәйәт ҡыла.
Рәсәйҙә етештерелгән автомобилдәрҙең тәгәрмәстәрен сисеп һата. Әммә оҙаҡламай енәйәтсене тоталар һәм ҡулға алалар. СИЗО-ға урынлаштыралар. Ғәйепләнеүсе Безруков суд барышында үҙ ғәйебен таный.
Ул хеҙмәт итеүсе һалдаттарҙан бындай яңылышлыҡҡа бармауҙарын һорай, үҙенең ҡылыҡтарын ҡабатламаҫҡа өндәй, үкенеүен белдерә. Аҙаҡ асыҡланыуынса, Никита Безруков хеҙмәт иткән часын бер нисә тапҡыр ҡалдырған була, был енәйәте өсөн ул шартлы рәүештә хөкөм дә ителгән икән. Хеҙмәт итергә теләмәгән егет ике йылдан ашыу ғүмерен төрмәлә үткәрәсәк.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: