-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2020, 13:45

Фажиғә ҡорбандарһыҙ үтмәй.

Янғындарҙан һаҡ булығыҙ

Кисә кис ҡот осҡос яңылыҡ менән боҙолдо. Ишембай районының Ғүмәр ауылында булған янғын өс кешенең, шул иҫәптән бер баланың ғүмерен өҙҙө.
Янғын тураһындағы хәбәр киске сәғәт биштә килә. Шул уҡ ваҡытта урынға янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар һәм табиптар юллана. Беренсе янғын-ҡотҡарыу бүлексәһе килеп етеүгә, бишкә һигеҙ квадрат метрлыҡ ағас йортто тулыһынса ут ялмап алған була. Алты тула тигәндә утты һүндерәләр ҙә бит...
Тик был фажиғә ҡорбандарһыҙ үтмәй. Өс кеше, шл иҫәптән бер бала һәләк була. Улар - 1959 һәм 1996 йылғы ҡатындар һәм дүрт йәшлек малай. Өс йәшлек тағы бер сабыйҙы Ишембай ҡалаһының балалар үҙәк дауаханаһына оҙаталар.
Урынға янғын һынау лабораторияһы йүнәлтелә. Шулай уҡ унда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов һәм психологтар бара. Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: