+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2020, 20:25

Үҙәк көйһә, нимә эшләргә?

Түбәндәгеләр һис шикһеҙ, ярҙам итер.

Үҙәк көйөү кеүек насар күренеш күптәргә яҡшы таныш. Түбәндәге ябай ғына алымдар, һис шикһеҙ, ярҙам итер.
Үҙәгегеҙ көйә башлаһа:
✔ Сәтләүек йәки көнбағыш емеше ашағыҙ. Сәтләүектең ниндәйе булһа ла ярай.
✔ Бер балғалаҡ үҫемлек майы эсегеҙ (көнбағыш, зәйтүн майы мөмкин).
✔ Ҡаты сортлы һутлы алма йәки кишер ашағыҙ.
✔ Үҙәк көйөүҙән укроп һәм аҡ сәскә (ромашка) төнәтмәһе ярҙам итә.
✔ Бер стакан йылы һөт эсергә мөмкин.
✔ Етен орлоғо үҙәк көйөүгә ҡаршы һөҙөмтәле сараларҙың береһе һанала.
Бер стакан кефирға (ҡатыҡҡа) ике балғалаҡ етен орлоғон һалып, яҡшы итеп туғып эсһәгеҙ, ун минуттан үҙәк көйөү тулыһынса баҫылыр.
Профилактика өсөн:
✔ Өс аш ҡалағы етен орлоғон ҡәһүә тарттырғыс йәки блендер ярҙамында ваҡлағыҙ. Бер стакан ҡайнар һыу, бер балғалаҡ бал һалып болғатығыҙ. Ҡунаҡҡа барырға булһағыҙ, әлеге коктейлде ашарҙан ярты сәғәт алдан эсегеҙ.
✔ Бер үк нисбәттә (бер нисә аш ҡалағы) картуф менән кишер һутын болғап эсеү үҙәк көйөүҙе иҫкәртә.
✔ 20-шәр грамм һары мәтрүшкә, аҡ сәскә һәм юл япрағын бергә ҡайнатып төнәтмә әҙерләгеҙ. Ашар алдынан ярты сәғәт алда бер аш ҡалағы эсергә.
Фото: freepng.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: