+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 13:20

Ярты йыл элек юғалған ҡатынды тапҡандар

Ул эшкә тип киткән һәм ҡайтмаған

Республиканың Шишмә районында йәшәгән 37 йәшлек Ирина Погорскаяның юғалыуы тураһында август башында билдәле булғайны. Бөгөн иһә ирекмәндәр уның табылыуы, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы үлгән булыуы тураһында хәбәр итә.
Ҡатындың әсәһе Ирина хәбәр итеүенсә, уның ҡыҙын машина тапаған. Был хәл 6 августа уҡ булған. Галина Һамар өлкәһендә йәшәгән, был ҡурҡыныс ваҡиға ла шул төбәктә булған. Ул эшкә тип киткән һәм ҡайтмаған.
Ҡыҙының һәләк булыуы тураһында әсә кешегә декабрь уртаһында ғына хәбәр иткәндәр. Ул шул көнгә тиклем өмөтләнеп балаһын көткән дә бит.
“Уның үҙе менән документтары булмаған. ДНК буйынса ғына кемлеген асыҡлағандар Полициянан миңә фотоһын ғына ебәрҙеләр”, – ти Ирина.
Тикшереүгә ярашлы, Галина үлемендә үҙе ғәйепле тип танылған. Ул көндө ҡойоп ямғыр яуған һәм ҡатын юлды рөхсәт ителмәгән урында сығып барған.
– Кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайтыу мөмкин түгел. Уны унда муниципалитет күмгән. Йәй көнө барып ҡәбер ташы ҡуйырмын, – ти әсәһе.
Фото: "Горобзор".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: