+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2020, 18:40

Башҡортостанда 2020 йылдың 20 февралендә никах теркәргә теләүселәр арта

362 ғариза бирелгән

Башҡортостанда матур датала — 2020 йылдың 20 февралендә никах теркәргә теләүселәр арта.
Әлеге ваҡытта республика ЗАГС-тарына был көндә никах теркәү тураһында 362 ғариза бирелгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты. Шуларҙың 99-ы – Өфөлә. Был дата кесе йомаға тура килһә лә.
Өйләнешеүселәр никахҡа инеү өсөн ошондай көндәрҙе алдан һайлай, матур һандарҙың тура килеүе бәхет нигеҙе булырына ышана. Өҫтәүенә уларҙы хәтерҙә ҡалдырыуы еңелерәк. Ләкин психологтар календарь даталарына түгел, ә бер-береңдең хис-тойғоларына иғтибарлыраҡ булырға кәңәш бирә, сөнки бәхетле һәм ныҡлы ғаиләнең нигеҙе — мөхәббәт, ихтирам, түҙемлек.
Шуға ҡарамаҫтан, ЗАГС-тар был көндә лә, унан һуң килгән шәмбелә – 2020 йылдың 22 февралендә өйләнешергә теләүселәрҙе теркәргә әҙерләнә.
Шулай уҡ быйыл 20.03.20, 20.05.20, 20.06.20 даталары ла никахҡа инеү өсөн өсөн популяр булыр тип көтөлә.
Читайте нас: