+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2020, 19:10

"Белое облако" һөт ризыҡтары сығыуҙан туҡтаны

"Миякимолзавод" ААЙ ун көндән ашыу эшләмәй

Ваҡытлыса ғына, тип өмөт итәбеҙ.
"Белое облако" һөт ризыҡтарын етештереүсе "Миякимолзавод" ААЙ ун көндән ашыу эшләмәй. Был турала комбинат директоры Әмир Исхаҡов хәбәр иткән. Уның әйтеүенсә, ойошма 150 млн һумлыҡ ярҙамға мохтаж.
Комбинатта эшләүсе 150 хеҙмәткәр Радий Хәбировҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Республика Башлығы был проблема менән шәхсән үҙе шөғөлләнергә һүҙ бирҙе һәм район, ойошма етәкселәрен киләһе "Инвестиция сәғәте"нә саҡырҙы.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: