-29 °С
Ясно
Антитеррор
Все новости
Новости
29 Января 2020, 18:40

Тимер юл станцияларында «Башавтотранс» рейстарына билеттар һата башлайҙар

1 февралдән һатыу башлана

1 февралдән Раевка һәм Дәүләкән тимер юл станцияларында «Башавтотранс» рейстарына билеттар һатыу башлана. Кассаларҙа билдәләнгән тариф буйынса ҡала-ара, район-ара һәм ҡала яны маршруттарына билеттар һатып алырға мөмкин.
«Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы»нан хәбәр итеүҙәренсә, Раевка станцияһы кассаһы — тәүлек әйләнәһенә, Дәүләкән станцияһында иһә тәнәфестәр менән таңғы сәғәт 5-тән киске 9 тула 15 минутҡа тиклем эшләй. Яйлап яңы хеҙмәт Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы яуаплы булған зоналарҙағы башҡа станцияларға таратыла. Автобус станциялары йыш ҡына тимер юл эргәһендә төҙөлә.
Читайте нас в