-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 18:00

1 февралдә социаль түләүҙәр һәм пособиелар 3% индексациялана

Уларҙы раҫлау 2020 йылдың июленә планлаштырыла

Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығы өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға пособие түләүгә ғаризаларҙы 2020 йылдың 31 декабренә тиклем бирергә мөмкин булыуы тураһында белдерә.
Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләү йәшәү минимумы йән башына йәшәү минимумынан түбән һәм килеме аҙ булған ғаиләләргә ярҙам сараһы буласаҡ. Был турала Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнәмәһендә һөйләп үтте.
2020 йылда түләү күләме Рәсәй Федерацияһы субъектында киләһе йылдың икенсе кварталына бер балаға тейешле йәшәү минимумының яртыһын тәшкил итәсәк. Башҡортостан Республикаһында ул 4894,5 һум.
Мохтажлыҡ критерияһын билдәләү өсөн сик булып 2019 йылдың икенсе кварталына йән башына йәшәү минимумы дәүмәле тора, Башҡортостан Республикаһында был сумма - 9804 һум.
Ғариза ағымдағы йылдың ҡайһы көнөндә бирелеүенә ҡарамаҫтан, ғаиләләр түләүҙе 2020 йылдың ғинуарынан бөтә осор өсөн, ә балаға 2020 йылда өс йәш тула икән, шул ваҡыттан башлап аласаҡ.
Хәҙерге ваҡытта федераль бюджетҡа төҙәтмәләр индерелә, норматив- хоҡуҡи документтар әҙерләнә һәм пособиеларҙы түләү тәртибе раҫлана. Уларҙы раҫлау 2020 йылдың июленә планлаштырыла.
Читайте нас: