-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 18:15

11 тапҡыр фамилияһын алмаштырған!

Ирҙең һигеҙ паспорты булған

Баҡтиһәң, кредит бурыстарыңды түләмәһәң дә була икән, бының өсөн бары фамилияңды алмаштырыу ҙа етә. Әлбиттә, был - шаяртыу. Ә бына Пермь ҡалаһында йәшәгән Андрей исемле ир тап шулай иткән дә.
Ул үҙенең фамилияһын 11(!) тапҡыр үҙгәрткән. Был эшен һаман да дауам итер ҙә ине бәлки, әгәр ҙә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юлда туҡтатып документтарын тикшермәһә. Тикшергәндә паспорты менән водитель таныҡлығында ике төрлө фамилия тороуын аңғаралар. Мәғлүмәттәр базаһынын тикшерә башлаһалар, иҫтәре китә: был ирҙең һигеҙ паспорты, транспортҡа идара итеү таныҡлығының бер нисә булғанлығы асыҡлана.
Кем генә булмай ул: Андрей Смирнов, Андрей Михайлов, Андрей Бузорин, Андрей Щербаков, Андрей Трамп. Эйе, һуңғыһы бигерәк яңғырауыҡлы - Андрей Трамп.
Баҡтиһәң, ул кешенән бурысҡа аҡса йәки банктан ҙур ғына сумма кредит ала ла һуңынан, ЗАГС-ҡа барып, фамилияһын алыштыра икән. Барлыҡ документтарын да яңы фамилия менән үҙгәрткән. Әммә иҫке паспортын да, юғалтым тип алдап, тапшырмай, ғариза яҙып, үҙендә ҡалдырған. Ул шулай уҡ биш тапҡыр пропискаһын үҙгәрткән, бер нисә тапҡыр яңы ИНН һәм СНИЛС алған.
Бер шулай 800 һум бурыс алып, өйрәнгәнсә түләмәй йөрөгәнендә, "кредиторҙары" килеп машинаһын яндырып китә.
Шулай мутлашыусының банктарға, идара итеүсе компанияға, һалым инспекцияһына 4,5 миллион ярым бурысы йыйылған! Билдәле булыуынса, әле уның ике офис бинаһы, ике автомобиле бар. Бурысты шуларҙы һатып ҡаплатмаҡсылар икән.
Фото: pixabay.com
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: