+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 19:30

«Роспотребнадзор» уйҙырма өсөн штраф һала башлағанмы?

Өфө предприятиеларында тикшереүҙәр алып бара

Һуңғы арала «Роспотребнадзор» Өфө предприятиеларында тикшереүҙәр алып бара. Улар һөҙөмтәһендә «Папа Гриль» кафеһының 3 нөктәһен яптылар. «Максим» икмәк бешереү йорты хәҙерге вакытта «Роспотребнадзор» менән судлаша.
– Яңы йыһаздарҙың эш процессында тауыш дәрәжәһе норманан артыҡ булыуы асыҡланды. Беҙ оператив рәүештә бөтә етешһеҙлектәрҙе төҙәттек, – тип һөйләй «Башинформ» агентлығына «Максим»дың хужабикәһе Ольга Попова. – Тик сентябрҙә беҙгә тағы бер пландан тыш тикшереү менән «Роспотребнадзор» килде. Был юлы көндөҙгө һәм төнгө күрһәткестәр буйынса тикшереүҙәр уҙғарҙылар.
Иртәнге алтыла кондиционерҙарҙы ҡабыҙып тикшерҙеләр һәм, имеш, тауыш дәрәжәһе норманан артыу сәбәпле акт төҙөнөләр. «Максим»ға штраф һалыу менән административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ҡарар сығарыла. Кондиционерҙар иртәнге алтыла ҡабыҙылмауы тураһында аргументтар кире ҡағыла.
Республика хакимиәте органдары былтыр 7 700 эшсәнлек урынында һәм 16 600 федераль субъектта тикшереү уҙғарған. Пландан тыш тикшереүҙәр ни сәбәпле үткәрелеүе һәм бындай тикшереүҙәрҙе үткәреү тураһындағы ҡарарға кем ҡул ҡуя?
– Беҙ тик федераль закондар сиктәрендә эшләйбеҙ. Пландан тыш тикшереүҙе сәбәпле-сәбәпһеҙ үткәрә алмайбыҙ. Граждандарҙың мөрәжәғәте быға нигеҙ булып тора. Ниндәй ҙә булһа сәбәп граждандарҙың тормошона һәм сәләмәтлегенә ҡурҡыныс тыуҙырһа, предприятиела пландан тыш тикшере үткәрелә, – тип билдәләне туҡланыу гигиенаһы бүлеге башлығы Земфира Мәғзүмова.
«Башҡортостан 2019 йылда Рәсәйҙә уңайлы эшсәнлек климаты күрһәткестәре буйынса беренсе урынды алды», - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрендә республика Башлығы Радий Хәбиров. Республика был дәрәжәне 2020 йылда һаҡлап ҡалыр тип өмөтләнәбеҙ, сөнки төбәктә яңы ҙур һәм кесе предприятиелар асыу туранан-тура нәҡ шуға бәйле.
Фото: golosstepi.ru сайтыннан
Читайте нас: