-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар 2020, 11:20

Дәүләкәндәргә сүп-сар сығарыуға килешеү төҙөү мәсьәләләре буйынса консультация бирелде

Ҡайһы бер кешеләр әле булһа сүп-сар түгеүгә килешеү төҙөргә ашыҡмай.

Дәүләкәндәргә сүп-сар сығарыуға килешеү төҙөү мәсьәләләре буйынса консультация бирелде
Ғинуарҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары вәкилдәре республика райондарына сыҡты һәм юридик шәхестәр менән сүп-сар түгеүгә килешеүҙәр төҙөү йәһәтенән әңгәмәләшеүҙәр үткәрҙе.
Сара сиктәрендә беҙҙең районда йәшәүселәр менән «Экология» төбәк операторы етәксеһе И.З. Шакиров осрашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләкән районы территорияһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, түгеү, эшкәртеү, утилләштереү менән тап ошо ойошма шөғөлләнә.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эш итеүҙең яңы системаһына күсеүгә йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер кешеләр әле булһа сүп-сар түгеүгә килешеү төҙөргә ашыҡмай.
«Производство һәм көнкүреш ҡалдыҡтары тураһында»ғы 89-сы федераль законға ярашлы, юридик шәхестәр, шулай уҡ эшмәкәрлектәрендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары барлыҡҡа килгән шәхси эшҡыуарҙар мотлаҡ килешеү төҙөргә тейеш. И.З. Шакиров осрашыу барышында тап шул хаҡта һөйләне. Килешеү төҙөмәгән йәки уны төҙөүҙән баш тартҡан осраҡта ҡағиҙә боҙоусыларға ҡарата РФ КоАПының 8.2-се статьяһы буйынса штраф һалынасаҡ. Уның суммаһы ярайһы. Килешеү төҙөмәү юридик шәхестәрҙе ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн түләүҙән азат итмәй.
Төбәк операторы етәксеһе ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға әлегә тиклем килешеү төҙөмәгән кешеләргә яҡын арала быны эшләргә ҡушты. Бының өсөн төбәк операторының Дәүләкәндәге офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Адресы М. Ғафури урамы, 4. Туймазы ҡалаһындағы төп офистың телефоны: 8(800) 250-01-85.
Яуаплылығы сикләнгән «Экология Т» йәмғиәтенең төбәк операторы эшмәкәрлеге тураһында ентекле мәғлүмәт, килешеү төҙөү өсөн кәрәкле документтар исемлеге менән http://eko-tko-ru/ сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: