+16 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
31 Января 2020, 11:40

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!

Юл аша сығып барған балаларҙы тапатыу осраҡтары артҡан

Уҙған йылда Башҡортостанда бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 438 авария теркәлгән, 23 баланың ғүмере өҙөлгән. 500-гә яҡын үҫмер имгәнгән. Был турала республика дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итәләр. Белгестәр әйтеүенсә, юл аша йәйәүлеләр үткәүеленән сығып барған балаларҙы тапатыу осраҡтары артҡан. Ҡараңғы ваҡытта 30-ҙан ашыу бала машина аҫтында ҡалған.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығынан белдереүҙәренсә, 2019 йылда республикала 4 мең 284 юл ҡазаһы булған.
Читайте нас в