+15 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2020, 02:30
Һауа торошо - 1-3 февраль
Юлдарға көрт һаласаҡ
Февраль айы беҙҙе йылы ғына ҡаршыламаҡсы.
1 февраль
- аяҙлы-болотло көн торошо һаҡланасаҡ, ҡар яуасаҡ, боҙлауыҡ юлдарҙа водителдәр өсөн хәүеф тыуҙырасаҡ.
Шулай уҡ юлдарға көрт тә һалып, водителдәрҙең нервыһын ҡаҡшатасаҡ.
Елдең тиҙлеге 5-10 м/с, төндә урыны менән 15 м/с.
Һауа температураһы төндә -4,-9°, урыны менән -13°, көндөҙ -3,-8°.
2 февраль
- аяҙлы-болотло көн көтә, бер аҙ ҡар яуасаҡ.
Елдең тиҙлеге 3-8 м/с.
Һауа температураһы төндә -5,-10°, көндөҙ -1,-6°.
3 февраль
- көн болотлап, епшек ҡар яуасаҡ. Урыны менән буран сығып, юлдарға көрт һаласаҡ. Һәм, әлбиттә, боҙлауыҡ та күҙәтеләсәк.
Елдең тиҙлеге 8-13 м/с, айырым райондарҙа 15-20 м/с.
Һауа температураһы төндә -5,-10°, көндөҙ 0,-5°.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в