-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2020, 23:45

Һауа торошоноң насарайыуы сәбәпле, юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә

Ете авария теркәлә

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ете авария теркәлә, уларҙа һигеҙ кеше төрлө кимәлдәге йәрәхәт ала. 88 водитель эскән килеш руль артына ултырып тотола. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ.
Краснокама районының Нефтекама - Янауыл автоюлының 2-се километрында 66 йәшлек Нефтекама водителе идара иткән "Great Wall" автомобиле менән руль артында 42 йәшлек водитель ултырған "Toyota Camry" бәрелешә. Һөҙөмтәлә Ҡытай автомобиле водителе дауаханаға оҙатыла.
“Авария көслө буран ваҡытында теркәлә, юл ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара”, - тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән.
Ведомство хеҙмәткәрҙәре, һауа торошоноң насарайыуы сәбәпле, юлдарҙа айырыуса иғтибарлы булырға, киҫкен ихтыяж булмаған осраҡта бөтөнләй юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: