Башҡортостандың Урман хужалығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр республикала законһыҙ ағас ҡырҡыуҙың 500-ҙән ашыу осрағы асыҡланған. Зыян күләме миллион һумдар менән баһалана. Ведомство инспекторҙары республика башлығының контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән берлекттә сираттағы рейдҡа сыҡты. Был юлы профилактик сара Ҡариҙел районында үтте.
Урман ҡырҡыуға рөхсәт бар. Шулай ҙа документтарҙың барлығы, эштең теүәл башҡарылыуын да аңлатмай. Күп осраҡта шулай. Һуңғы өс ай һөҙөмтәләренә ярашлы, республика урман фондына 2 миллион ярым һум зыян килтерелгән.
Диләнкәнең сиктәре билдәләнмәүе ла шулай уҡ, хоҡуҡ боҙоу. Инспекторҙар алдында етешһеҙлектәр бөтөрөлһә лә, ул эшҡыуарға штрафтан ҡасыу тигәнде аңлатмай. Сөнки, ағас йығыуға рөхсәт алғанда көн дә үк башҡарыла торған эш. Бирелгән майҙандан бер метрға ла сығыу рөхсәт ителмәй. Ошоға бәйле, эшҡыуарҙың эше намыҫлы башҡарылыуы тикшерелде.
Был осраҡта эштәр теүәл үтәлгән. Инспекторҙар икенсе диләнкә урынына юлланды. Бында эшҡыуарға ҡатнаш урман майҙаны бирелгән. Ылыҫлы ағастарҙан тыш, йүкә, ҡайыны ла бар.
Ҡариҙел райондағы рейд Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы һәм республика башлығының контроль идаралығы менән берлектә үтте. Квартал һайын ойошторола килгән профилактик сара һөҙөмтәләренә ярашлы, былтыр ике мең ярымдан ашыу законһыҙ урман ҡырҡыу осрағы асыҡланған.
Быйыл бигерәк тә, ҡырын эш менән кәсепселек итеүселәр күҙ уңында тотоласаҡ. Республика биләмәһенең бар 10 урман хужалығы буйынса ла мониторинг алып барыла. Айырыуса, Бөрйән һәм Белорет райондары иғтибар үҙәгендә. Бер үк ваҡытта инспекторҙар эшҡыуарҙарҙың эшенә баһа бирә. Диләнкәнең таҙалығынан тыш, ҡырҡылған ағас урынына яңы үҫентеләр ултырыу кеүек сараларҙың үтәлеше тикшереләсәк.
Башҡортостандың Урман хужалығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр Ҡариҙел районында барлығы 8 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Уларҙың икәүһе штраф санкциялары менән ҡотолһа, ҡалған эшкә суд баһа бирәсәк.