+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2020, 02:40

Енәйәтсе ҡатындарҙы эҙләйҙәр

Улар балалар бер үҙе булған фатирҙарҙы һайлай

Өфөлә йәшен тиҙлегендә хәүефле хәбәр таралды: ҡалала енәйәтсел төркөм һунарға сыҡҡан, улар фәҡәт балалар бер үҙе булған фатирҙарҙы һайлай, бәләкәстәр артынан күҙәтеп бара һәм йорттан ҡиммәтле әйберҙәрҙе алып сыға икән...
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ысынлап та, баш ҡалала ике ҡатынды эҙләйҙәр. Улар, балаларҙы ата-әсәләренең танышы тип алдап, фатирға ингән һәм ювелир әйберҙәрҙе, аҡсаны алып сығып киткән, алмашҡа уйынсыҡ купюралар ҡалдырған.
Бынан алда иһә полицияға 41 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул ниндәйҙер ике ҡатындың үҙҙәрен бәлиғ булмаған улына әсәһенең таныштары тип белдереүен, йәнәһе, уға бурысын килтереүҙәрен һәм фатирға инеүҙәрен бәйән иткән. Унан улар йоҡо бүлмәһенә үткән. Ҡатындар сығып киткәс, малай әсәһенә шылтыратҡан, хәлде һөйләгән. Ололар ҡайтҡас, өйҙән ювелир әйберҙәр юғалыуы асыҡланған.
Ошондай уҡ хәл баш ҡаланың икенсе районында ла теркәлгән. Енәйәтсе ҡатындар подъездға 11 йәшлек бала артынан ингән. Ул фатир ишеге янына еткәс, шулай уҡ бала эргәһенә килгәндәр һәм уйҙырма һөйләгәндәр. Бында ла йортҡа инеп, биш мең һумлыҡ зыян килтергәндәр – затлы әйберҙәрен алып сыҡҡандар.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, намыҫһыҙ ҡатындарҙы полиция эҙләй. Уларҙы урам видеокамералары яҙҙырған. Ошондағы кешеләрҙе таныһағыҙ, кисекмәҫтән полицияға хәбәр итегеҙ. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлеге – (347) 279-39-02, баш ҡала буйынса дежур бүлек – (347) 237-19-60 йәки 02 (102 – кеҫә телефонынан.
Фото: ufatime.ru
Видео: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы сайтынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: