Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған "Айыҡ ауыл" республика конкурсының район этабында Иҫке Көрмәнкәй ауылы еңеп сыҡҡайны. Бөгөн унда сараның икенсе этабы булды.
Байрамды асып, Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов былай тине: "Беҙҙә был сара "Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ" девизы аҫтында үтә. Шуға күрә лә уға 16 ауыл хакимиәте лә йәлеп ителгән, һәр береһенең командаһы бер нисә ярышта ҡатнаша. Барығыҙҙы ла байрам менән!"
Район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ғәрифулла Ҡотлоғәлләмов та байрамда ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләне. Көрмәнкәй ауыл биләмәһе башлығы Дамир Дәүләтов сараға килгән башҡа ауыл хакимиәттәренә рәхмәт әйтте, еңеп сығыуҙарын теләне.
Иҫке Көрмәнкәйҙә ҡышҡы һабантуй кеүек олимпиада. Халыҡ әүҙем ҡатнашты. Бер урында саңғы ярыштары барһа, икенсе яҡта хоккей уйнанылар. Өсөнсөлә – биатлон, дүртенсе урында тюбинг-саналарҙа ярыш.
Тирә-яҡҡа йәм биреп, самауырҙар борҡоп ҡайнап ултырҙы.