+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2020, 22:00

Фатир талаған ике ҡыҙ һаман тотолмаған

Полиция ата-әсәләрҙе иҫкәртә

Бурысҡа алған аҡсаны килтерҙек, тип балалар менән танышып, фатирҙарҙы талай ғына был ҡыҙҙар.
Сменалы эштә эшләгән ҡатындың һөйләүе буйынса, ул эштә саҡта, 29 ғинуар, бәлиғ булмаған ҡыҙы мәктәптән ҡайтышлай лифтҡа ике ят ҡыҙ менән бергә ингән.
Ул ҡыҙҙар, беҙ әсәйеңдең таныштары, һеҙгә килдек, тигәс, бала уларҙы фатирға индергән.
Ҡыҙҙарҙың береһе бәҙрәфкә инеп киткән, икенсеһе эсергә һыу һораған. Шунан һуң улар, ярай, әсәйең өйҙә саҡта килербеҙ, тип ҡайтып киткән.
Бала был турала бер кемгә лә өндәшмәгән. Икенсе көндө әсәһе эштән ҡайтҡас ҡына, әхирәттәрең килгәйне, тип һөйләгән. Әсәһе әйберҙәрен тикшергәс, ювелир биҙәүестәренең юҡлығын асыҡлаған. Йәһәт кенә полицияға мөрәжәғәт иткән. Биҙәүестәрҙең хаҡы 500 мең һум тирәһе.
Икенсе осраҡта бәлиғ булмаған бала әсәһенең әхирәттәре килеүе хаҡында бер нисә көн үткәс кенә иҫләгән. Унда ла ҡыҙҙарҙың береһе эсергә һыу һораған, икенсеһе - таҙа ҡағыҙ бите. "Әхирәттәрҙең" килеп ҡайтыуынан һуң юғалған әйберҙәрҙең хаҡы 100 мең һум.
Был ике бур ҡыҙ әүәлге схема буйынса яуызлыҡ ҡыла: күпселектә башланғыс йә урта синыфтарҙа уҡыған балалар менән танышып, улар менән бергә подъезға инеп, әсәйеңдең таныштарыбыҙ, тип алдап, фатирға үтәләр. Шунан һуң береһе ҡағыҙ бите менән ручка һорап, баланы әүрәтә, икенсеһе һыу эсәм, тип фатирҙы тентей, аҡса, ювелир биҙәүестәр урлай, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы буйынса ЭЭМ идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Уларҙың билдәләре:
1. Ҡарамаҡҡа 25-30 йәш, буйы 160-165 см, ябыҡ, ҡуңыр сәсле. Енәйәт ҡылғанда капюшонлы ҡыҫҡа тунда, күк төҫтәге джинсыла булған, аяҡ кейеме ҡара төҫтә, ҡара сумкаһы бар.
2. Ҡарамаҡҡа 25-30 йәш, буйы 160-165 см, уртаса кәүҙәле. Енәйәт ҡылғанда капюшонлы ҡара курткала, ҡара салбарҙа, һоро төҫтәге аяҡ кейемендә, аҡ башлыҡта, асыҡ зәңгәр төҫтәге шарфта булған.
Әгәр ҙә һеҙ уларҙы таныһағыҙ, яҡындағы полиция бүлегенә йәки телефондар буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала: 8-(347) 279-39-02, 8 - (347) 237-19-60, 02 (102 – кеҫә телефонынан).
Полиция ата-әсәләрҙе иҫкәртә: балаларығыҙ яттарҙы өйгә индермәһен өсөн улар менән һөйләшегеҙ! Бала сетерекле хәлдә ҡалған осраҡта, һәр ваҡыт полицияға мөрәжәғәт итә ала.
Фото: БР буйынса ЭЭМ сайтынан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: