+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2020, 21:30

Юлда йөрөгәндә ҡағиҙәне онотма

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫтә тотоғоҙ

Рәсәйҙә тиҙлекте арттырыу, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен йыш боҙоу, медицина тикшереүенән баш тартыу, полиция хеҙмәткәре талабы буйынса туҡтамайынса ҡасып китеү өсөн язаны ҡәтғиләндерергә иҫәп тоталар.
Ижтимағи фекер алышыу өсөн норматив хоҡуҡи акттар проекттарының федераль порталында КоАП-тың яңы редакцияһы проекты барлыҡҡа килде. Документ нигеҙендә, тиҙлекте сәғәтенә 20-нән 40 километрға арттырған өсөн 3 мең һум штраф һалынасаҡ. Бөгөн ул 500 һум тәшкил итә. Әгәр ҙә машина йөрөтөүсе 40-60 км тиҙлекте арттырһа, уға дүрт мең һум түләргә тура киләсәк (әле бер меңдән 1,5 меңгә тиклем), 60 км артһа - биш мең һум (хәҙер икенән 2,5 мең һумға тиклем) йәки автоһәүәҫкәр дүрт айҙан алып алты айға ҡәҙәр машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителәсәк.
Тиҙлек режимын ҡабат боҙоу ун мең һумға ҡәҙәр штраф йәки бер йылға хоҡуғынан мәхрүм итеү менән язаланасаҡ. Әгәр машина йөрөтөүсе инспектор талабы буйынса туҡтамаһа, өҫтәүенә, граждандарҙың тормошо һәм сәләмәтлеге өсөн ҡурҡыныс тыуҙырып, ҡасып китһә, ул 40 мең һум штраф түләйәсәк һәм ике-өс йылға хоҡуғынан мәхрүм ителәсәк. Әле бындай хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн административ яза ҡаралмаған.
Медицина тикшереүенән баш тартҡан өсөн инде 30 түгел, ә 40 мең һум түләргә тура киләсәк, шулай уҡ ике-өс йылға хоҡуғынан мәхрүм ҡаласаҡ (әле бер ярым-ике йылға). Тонировка өсөн шулай уҡ язаны ҡәтғиләндерергә тәҡдим итәләр, 500 һумдан 1 меңгә тиклем. Артыҡ тонировкалы машина менән ҡабат идара иткән өсөн штраф өс мең һум буласаҡ. Бер нисә тапҡыр тупаҫ хоҡуҡ боҙоусылар өсөн балдар туплау системаһын да индерергә уйлайҙар. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған машина йөрөтөүсегә инспектор өс тапҡыр протокол төҙөгәндән һуң балдар йыйыла башлай. Бында фотовидеофиксация менән теркәлгән осраҡтар иҫәпкә алынмаясаҡ. Балдар артыҡ йыйылғанда, бер йыл ярымға тиклем машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителергә мөмкин. Өҫтәүенә 10-30 мең һум штраф һалынасаҡ. Баланы автокреслоһыҙ йөрөткән өсөн штраф өс меңдән биш мең һумға тиклем артасаҡ, вазифалы шәхестәр өсөн - 25 меңдән 30 мең һумға тиклем һәм юридик шәхестәр өчен 100 меңдән 150 мең һумға ҡәҙәр.
Тупаҫ хоҡуҡ боҙоуҙар араһында - йәйәүлеләргә өҫтөнлөк бирмәү, һулға боролоу йәки боролош тыйылған урында боролоу, ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығыу, светофорҙың ҡыҙыл утына сығыу, тимер юл аша сығыу ҡағиҙәләрен боҙоу, артҡы йөрөш менән хәрәкәт итеү, һәм тиҙлекте 60 км артыҡ арттырыу. Водитель башҡа автомобилсегә юл бирмәгән осраҡ та тупаҫ ҡағиҙә боҙоу булып һаналасаҡ.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: