+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 13:30

Дарыуҙы дөрөҫ эсергә кәрәк

Нимәләрҙе иҫтә тотоу мотлаҡ?

“Табип дарыу эсергә ҡушты, тик файҙаһын тойманым”, - тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Дарыуҙарҙың тәьҫире булһын өсөн нимәләрҙе иҫтә тотоу мотлаҡ?
Рецепта күрһәтелгән препараттарҙы ғына һатып алығыҙ.
Дарыуҙы ваҡытында ғына ҡабул итегеҙ. “Көнөнә өс тапҡыр” тип яҙылған икән, тимәк, тәүлегенә өс тапҡыр, һәр һигеҙ сәғәт һайын эсергә кәрәк. Ул организмдан дарыуҙы сығарыу үҙенсәлеге менән бәйле, ҡанда уның билдәле концентрацияһын тотоу мөһим. Айырыуса был антибиотиктар ҡабул итеүгә ҡағыла.
Дарыуҙы ашаған саҡтамы, әллә унан һуң эсеү файҙалымы? Был ҡағиҙәне теүәл үтәү дарыуҙың тәьҫирлелеген арттыра. Мәҫәлән, үҙәк көйгәндә ҡулланылған антацидтарҙы ашағандан һуң ярты сәғәт алда эсеү мотлаҡ. Өҫтәүенә, ошо ярты сәғәт эсендә һыу эсергә лә ярамай. Ғәҙәти аспирин ашҡаҙандың лайлалы тиресәһен ярһыта, шуға күрә уны ашағанға ҡәҙәр ҡабул итмәйҙәр. Ә шыжылдап һыуҙа иреүсе төймәләрҙе ашағанға ҡәҙәр эсеү яҡшыраҡ.
Дауаланыу курсын үҙ белдегең менән туҡтатырға ярамай. Дарыуҙы һыу менән эсергә кәрәк. Ҡәһүә, сәй был маҡсатта ҡулланылмай. Ҡайһы бер һуттар, мәҫәлән, грейпфрут һуты, был осраҡта зарарлы ла.
Дарыуҙы тештәрегеҙ менән ваҡламағыҙ, ә йотоғоҙ. Уларҙың формаһы юҡҡа ғына айырылмай: драже, капсула, сироп, микстура, сәйнәй һәм тел аҫтына һалына торған төймәләрҙең тәғәйенләнеше лә төрлөсә.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: