Башҡортостанда был аҙнала һауа температураһы норманан 1,5-2 градусҡа юғарыраҡ була, тип хәбәр итә республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы.
Бөгөн Башҡортостанда көндөҙ һауа температураһының 0-дән -5-кә тиклем, төндә -5, -10 градус булыуы көтөлә; республиканың баш ҡалаһында көндөҙ -2, төндә -1 һәм урыны менән бер аҙ ҡар. Көндөҙ бер аҙ епшек ҡар, республиканың көнбайышында урыны менән буран, боҙлауыҡ, юлдарҙың айырым участкаларында көрт, тайғаҡ. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.
Иртәгә, 4 февралдә, синоптиктар епшек ҡар, көндөҙ ямғыр ҡатыш, урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуын, боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт, тайғаҡ булыуын фаразлай. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0,-5, көндөҙ +3,-2.
5 февралдә республикала төндә ҡар ҡатыш ямғыр, урыны менән бер аҙ епшек ҡар, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа тайғаҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндө һәм көндөҙ -1,-6.
Ял көндәренә һауа температураһы -10 градусҡаса түбәнәйә.