+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 14:10

Минән киткәнсе хужаһына еткәнсе

Рәсәй автодилерҙар берлеге одометр күрһәткестәрен үҙгәрткән өсөн яуаплылыҡ индереү мәсьәләһен күтәрҙе

Саҡырымдарым байлығым. Тәҡдимде Дәүләт Думаһының төҙөлөш һәм транспорт буйынса комитеты ла күтәреп алды. Был өлкәне көйләүсе закон проектын парламентарийҙар февралдә үк ҡарай башлаясаҡ тигән мәғлүмәт бар. Илдә төп законға, конституцияға төҙәтмәләр әҙерләнгән мәлдә депутаттар ваҡлана төштө. Икенсел автомобилдәр баҙары үҙен-үҙе көйләһен тиеүселәр ҙә булыр. Әммә мәсьәлә шулай уҡ бәләкәй микән.
Былтыр мәҫәлән, Башҡортостан юлдарында 469 кеше вафат булған, шуларҙың 23 балалар. Юл-транспорт ваҡиғаларының байтаҡ өлөшө тап автомобилдәрҙең техник торошо менән бәйле. Ә спидометрҙың ни ҡыҫылышы бар тиерһегеҙ. Бар икән шул. Ул тиҙлек менән бер рәттән үтелгән саҡырымдарҙы ла иҫәпләп бара. Тимәк, машинаның ниндәй кимәлдә таушалыуын да белергә мөмкин.
Күрһәткестәрҙе кәметеү автомобилде яңыраҡ күрһәтеп ҡиммәткәрәк һатыу ниәте менән эшләнә. Әммә саҡырымдарҙы үҙгәртеү менән машинаның техник торошо яңырмай бит. Шулай итеп, был алдашыу, һатып алыусыны төп башына ултыртыу килеп сыға.
Илнур Нурғәлин күптән түгел ҡорос атын яңыртҡан. Әле ул «Киа» автомобилендә елдерә. Быға тиклем «Мазда»ла йөрөгән. Әммә япон машинаһынан тиҙ арала ҡотолорға тура килгән.
Минән киткәнсе хужаһына еткәнсе. Икенсел автомобиль баҙарындағы сауҙаны ҡыҫҡаса ошо әйтем менән һүрәтләргә мөмкин. Бигерәк тә «сәйнүктәрҙе» ярата автоалыпһатарҙар. Үҙгәртелгән спидометр күрһәткестәре улар өсөн әҙерләнгән «бүләктең» иң ябайы ғына. Бойондороҡһоҙ эксперттар биргән мәғлүмәт буйынса Рәсәй икенсел автомобиль баҙарындағы машиналарҙың күп өлөшөндә саҡырым күрһәткестәре кәметелгән.
Механик спидометрҙы кирегә бороу өсөн элек водителдәр төрлө ҡулайламалар уйлап сығарһа, заманса электрон күрһәткестәр ҙә бер ҡыйынлыҡһыҙ үҙгәртелә. Мутлашыу өсөн махсус ҡоролмалар бар. Был эш менән төрлө техник хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә, башлыса электриктар шөғөлләнә.
Салон таҙартылып, кузовҡа бер аҙ полероль һөрткәндән һуң автомобилдең хаҡы шаҡтай күтәрелә. Әммә был хәйләләшеү эҙемтәһеҙ үтмәй.
Белгестәр юлдарҙағы аварияларҙың ҙур өлөшө автомобилдәрҙең техник торошона бәйле тигән фекерҙә. Шуға ла Рәсәй автодилерҙар берлеге спидометрҙа соҡоноуҙы бөтөнләй тыйырға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Йәмәғәт ойошмаһының ҡарашын уның рәйесе Олег Моисеев белдерҙе.
Олег Моисеев, Рәсәй автодилерҙар берлеге рәйесе: «Рәсәй автомобиль баҙарына сығарылған барлыҡ машиналарҙың саҡырым иҫәпләү ҡоролмалары күрһәткестәрен ысынбарлыҡҡа тап килеүен закон менән нығытырға кәрәк. Уны үҙгәрткән кешеләргә 300 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 1 миллион һумғаса штраф һалырға тәҡдим итәм”.
Александр Старовойтов, Дәүләт Думаһының транспорт һәм төҙөлөш буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары: «Был мәсьәлә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, тотош йәмәғәт именлеге өсөн әһәмиәтле тип уйлайым. Шуға ла сит илдәрҙәге тәжрибәгә таянып, саҡырым күрһәткестәрен үҙгәрткән өсөн енәйәт яуаплылығын индерергә кәрәк. Кешеләрҙең мутлашырға уйҙарында ла булмаһын”.
Әле ҡанун башланғысы буйынса йәмәғәтселектә фекер алышыу бара. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов фекеренсә, ябай автоһәүәҫкәрҙәргә штраф һалыуҙың мәғәнәһе юҡ. Тәү сиратта спидометрҙы үҙгәртеү хеҙмәтен күрһәтеүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк.
Икенсел автомобиль баҙарында саҡырымдар иҫәбен теүәл алып барыу өсөн саралар табылған. Мәҫәлән, Германияла етештерелгән автомобилдәрҙең спидометры кирегә әйләндерелһә лә махсус сканерҙар ярҙамында ысын мәғлүмәтте табырға мөмкин. Бынан тыш, интернетта махсус түләүле ҡушымталар бар.
Бына приложениела ҡарайһың. 2014 йылда 140 мең үткән, ә 2019 йылда шул уҡ машинаға 89 мең тип яҙылған был мутлашыу.
Дәүләт техника паркында иһә саҡырымдар кәметелмәй, киреһенсә өҫтәлә. Яғыулыҡ урлау маҡсатында. Спидометр менән хәйләләшеүҙе сикләү өсөн күпселек ойошмаларҙа Глонасс системаһы ҡуйылды. Үтелгән саҡырымдар, сарыф ителгән яғыулыҡ тураһында йылы кабинетта ултырған етәкселәр гаджеттары аша ҡарап тора.
Әммә ябай водителдәр заман ҡаҙаныштарынан да зирәк булып сыҡты. Әле Рәсәй ҡалаларында етмәгән саҡырымдарҙы ҡыуалаған техника ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара.
Шуға ла законда спидометрҙы артҡа әйләндереү менән бер рәттән алға өрөлтөү өсөн дә яуаплылыҡ булыр тигән ышаныста белгестәр. Был иһә предприятиеларға бүленгән аҡсаларҙы һөҙөмтәлерәк һәм һаҡсылыраҡ тотоноу мөмкинлеге.
Илдә власть транзиты һәм конституцияға төҙәтмәләр әҙерләнгән мәлдә был закон башланғысы парламент вәкилдәренең иғтибарын ситкә йәлеп итә тиеүселәр юҡ. Мәсьәлә тәү ҡарашҡа ябай ғына күренһә лә, айырыуса көнүҙәк һәм күптәрҙең хәүефһеҙлегенә бәйле. Шуға ла спидометрҙар менән мутлашыуҙы законлы рәүештә сикләргә кәрәк тигән фекерҙә белгестәр.
Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.
Читайте нас: