+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 13:20

Радий Хәбиров ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансыҡтарын тәртипкә килтерергә ҡушты

Контейнер майҙансыҡтары тейешле талаптарға яуап бирмәй

Республика Башлығы был турала бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Сүп-сар өсөн контейнер майҙансыҡтары булдырыуға бюджеттан яҡынса 174 миллион һум бүленгән. Халыҡ һанына ҡарап һәр район һәм ҡалаға 3-4 миллион һум тура килә. Әммә бөтә муниципалитеттарҙа ла контейнер майҙансыҡтары тейешле талаптарға яуап бирмәй. Радий Хәбиров был мәсьәләне ентекле өйрәнергә һәм майҙансыҡтарын тәртипкә килтерергә ҡушты.
Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә республика юлдарындағы хәлдәр ҡаралды. Ғинуарҙа аварияларҙа үлеүселәр һаны былтырғы менән сағыштырғанда, 40 процентҡа артҡан. Радий Хәбиров күңелһеҙ статистиканы кәметеү өсөн етди саралар күрергә ҡушты. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.
Оператив кәңәшмәлә, шулай уҡ янғындарға бәйле хәл ҡаралды. Быйыл ғинуарҙа ут сығыу осраҡтары 40 процентҡа кәмегән. Ултырышта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғын иҫкәртеүсе датчиктарҙы түләүһеҙ алыусылар исемлегенә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтарын индерергә тәҡдим итте. Республика Башлығы Радий Хәбиров был башланғысты хупланы һәм 9 майғаса бөтә ветерандарға янғын иҫкәртеүсе датчиктар таратырға күрһәтмә бирҙе.
  • Юлдаш Әлфиә Хәмитова
  • Читайте нас: