-6 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
3 Февраля 2020, 18:30

Төннә тауышланһаң, аҡсаңды әҙерлә!

Киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 7-гә тиклем тауышланған кешеләргә ҡарата яза ҡатыланасаҡ

Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары Торлаҡ кодексына һәм Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына төҙәтмәләр индереү менән мәшғүл. Киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 7-гә тиклем тауышланып маҙаға тейгән, йоҡо бирмәгән кешеләргә ҡарата яза ҡатыланасаҡ, тиҙәр.
Бының менән килешмәй булмай. Әммә закон ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ сикләүҙәр индерергә тейеш түгел, тип иҫәпләй депутаттар. Мәҫәлән, баланың илауы, инженер системаһындағы һыу шаулауы, аяҡ тауыштары тынлыҡты боҙоу тип иҫәпләнә алмай.
Төндә шаулап, кеше теңкәһенә тейергә булһаң, биш меңдән 50 мең һумға ҡәҙәр аҡсаңды әҙерләп ҡуй. Ә ойошмаларға яза тағы ла ҡатыраҡ: 50 меңдән 150 мең һумға тиклем штраф һалыуҙары ихтимал. Тынлыҡты боҙоусыларға дәғүә менән идарасы компанияларға ла мөрәжәғәт итергә мөмкин буласаҡ.
Фото: ok.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в