+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2020, 14:50

40 йәштән өлкәнерәктәр йыл һайын диспансер тикшереүе үтергә тейеш

Ауыр сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау

Йәшерәктәр был мөмкинлек менән өс йылға бер файҙалана. Билдәле булыуынса, былтыр Башҡортостанда 761 меңдән ашыу кеше профилактик сарала ҡатнашҡан.
Зәмбилә Юнысова яҙҙан алып көҙгә тиклем бил бөгөп баҡсала эшләргә күнеккән, ҡышҡыһын ғәҙәттәгесә, һаулығын ҡайғырта. Пенсионер сираттағы тапҡыр диспансер тикшереү үтергә килгән. Ниәте - төрлө йүнәлештәге табиптарға күренеп, дауалау курсы башлау.
Зәмбилә Юнысова, Өфөлә йәшәүсе: “Иң мөһиме сәләмәтлек беҙгә, маммологты үтәһең, УЗИ тикшереүенә барғым килә, бәлки, көндөҙгө стационарға ла һалырҙар”.
Участка терапевына алдан күренмәйенсә лә, диспансер тикшереүен үтә башларға була. Әйтәйек, Өфөнөң 1-се поликлиникаһында медицина профилактикаһы бүлеге эшләй. Бында теркәлеп, йүнәлтмәләр алғандан һуң шул уҡ көндө анализдар тапшырырға мөмкин.
18 йәштән 39 йәшкәсә граждандарға диспансер тикшереү өс йылға бер ҡаралған, ә бына өлкәнерәктәр профилактик сарала йыл һайын ҡатнаша ала. Белгестәр ҡанға дөйөм анализ яһай. Холестерин кимәле, ҡан, күҙ баҫымын билдәләй. УЗИ, ЭКГ, флюорография тикшереүҙәре үтергә була. Был мөмкинлекте файҙаланырға кәрәк, сөнки сирҙе дауалауға ҡарағанда, алдан иҫкәртеү отошлораҡ.
Флорида Ғүмәрова, Өфөләге 1-се поликлиниканың функциональ диагностика бүлеге мөдире: “Диспансеризация буйынса беҙ көнөнә 8-10 кешене ҡарайбыҙ, уларҙың ҡан тамырҙарын тикшерәбеҙ. Әгәр үҙгәрештәр булһа, уларҙы неврологҡа ебәрәбеҙ”.
Рәфиә Буранбаева, Өфөнөң 1-се поликлиника табибы: “Бигерәк тә беҙҙең был диспансеризация онкологияға ҡаршы, алдан яңы ғына башланған ваҡытында ауырыуҙарҙы табып, дауалау маҡсаты ҡуйылған. Диспансеризациянан ҡурҡырға кәрәкмәй. Ваҡыт табып килергә кәрәк. Бына беҙ быйыл педагогия университетында 480 кешегә диспансеризация ойошторҙоҡ”.
«Хеҙмәт кодексы» статьяһына ярашлы, медицина тикшереүе үтеүгә өҫтәмә ял көнө ҡаралған. Бының өсөн эш биреүсене алдан иҫкәртергә генә кәрәк. Талап ителһә, поликлиниканан справка ла бирелә.
Ангелина Лоҡманова, Өфөлә йәшәүсе: “Үҙең белһәң һаулығыңды, үҙеңә лә рәхәт бит инде. Аҙаҡтан ауырып китһәң һуң булыуы мөмкин. Хәҙерге ваҡытта күптәр эшкә сумып, үҙҙәре хаҡында онотоп та китәләр”.
Былтыр Башҡортостандың 85 медицина учреждениеһында диспансер тикшереү ойошторола. Белгестәр иң күбе йөрәк-ҡан, эндокрин системаһы, неврология ауырыуҙарын асыҡлаған. Сәләмәтлектәрендә кире үҙгәрештәр теркәлгән пациенттарға комплекслы медицина тикшереүе, шул иҫәптән компьютер томографияһы, колоноскопия ла ойошторола.
Сара Әхтәмова, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының медицина профилактикаһы буйынса штаттан тыш баш белгесе: “Социаль әһәмиәтле ауырыуҙар күп булды. 18 осраҡ туберкулез асыҡланды, 1496 осраҡ шәкәр диабеты, 1757 йөрәк сирҙәре. 596 кешелә яман шеш булған”.
Профилактик сара ауыр сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлап, пациенттарға дөрөҫ дауалау курсы билдәләүгә йүнәлтелгән. Медицина учреждениеһы сәғәт киске һигеҙгә тиклем эшләй, табиптарға шәмбе лә күренергә була. Ни бары үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалау полисы булырға тейеш.
Автор: Гөлназ Хәйбуллина.
Читайте нас: