Башҡортостан ЗАГС-тары быйыл ғинуар айында 50 игеҙ баланы теркәгән. Республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 31 ғинуарҙа Әлиә һәм Артур Садиҡовтар үҙҙәренең тәүге документын алған. Сабыйҙар 23 ғинуарҙа Белоретта Фәниә менән Русландың ғаиләһендә донъяға килгән.