+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2020, 14:10

Үҙ ҡулдары менән мутлашыусылар иҫәбенә күсергән

Пенсионерҙың 440 мең һум аҡсаһынан “елдәр” иҫкән

Уны ул үҙ ҡулдары менән мутлашыусылар иҫәбенә күсергән.
Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 68 йәшлек пенсионер ҡатын ярҙам һорап ҡала полицияһына мөрәжәғәт итә. Зыян күреүсе белдереүенсә, уға бер ир шылтырата һәм банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштыра. Ул пенсионерҙың иҫәп картаһының номерын әйтә һәм билдәһеҙ кешеләр унан аҡса алырға маташа, ти. Быға юл ҡуймаҫ өсөн ялған хеҙмәткәр ханымға карта иҫәбендәге бөтә сумманы алып үҙе әйткән карта номерына күсерергә ҡуша.
Барлыҡ аҡсаһын юғалтыуҙан ҡурҡҡан оло йәштәге ханым үҙе лә һиҙмәҫтән мутлашыусы ҡулына эләгә һәм үҙ ҡулы менән уның иҫәбенә 440 мең аҡсаһын күсерә. Аҡса күсерелгәс тә, мутлашыусы менән бәйләнеш өҙөлә. Шул мәлдә пенсионер ханым үҙенең алданыуын аңлай һәм хоҡуҡ-һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Күпме генә иҫкәртеүҙәр булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ үҙҙәре үк мутлашыусылар ҡорбанына әйләнеүен дауам итә. Банк хеҙмәткәрҙәре тип алдап шылтыратыусыларға бер ваҡытта ла иҫәп картаһынаң номерын әйтеү талап ителмәй. Сит номерҙан шылтыратыусылар булһа, абай булығыҙ!
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: