-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 18:30

Кеше урлаусылар тотолған...

Енәйәтселәр тиҙ арала ҡулға алына

Башҡортостанда бер эшҡыуарҙы урлап, унан ҙур күләмдә аҡса таптырыу һәм еңел автомобилен ҡыуып алып китеү менән шөғөлләнгән енәйәтсел төркөмдө хөкөм итәсәктәр. Был төркөмгә дүрт ир ингән була.Республиканың Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылдың февралендә енәйәтсел төркөмгә ингән дүрт ир, баш ҡаланың автомобиль туҡталҡаларының береһендә, урындағы эшҡыуарҙы ҡаты итеп туҡмайҙар. Һуңынан яуыз йәнле кешеләр бысаҡ менән ҡурҡытып, эшҡыуарҙы "Мерседес" еңел автомобиле менән бергә урлап алып китәләр. Ҡаланан ситкә сығып, кеше булмаған урында, эшҡыуарға тағы ла бысаҡ менән ташланып, аҙаҡ туҡмап, ғаиләңде лә үлтерәбеҙ тип янап, ҙур күләмдә аҡса таптыралар.

Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, ғәйепләнеүселәр эшҡыуарҙан 30 мең һум күләмендә аҡсаны үҙҙәренең иҫәп-хисабына күсерергә талап итә. Бынан тыш тағы ла 1, 5 миллион һум аҡсаға расписка яҙҙыралар. Аҙаҡ ҡырын эш ҡылғандан һуң, ҡәбәхәттәр енәйәт урынынан һыпырта.
Зыян күреүсе эшҡыуарға Рәсәй федераль хәүефһеҙлек идаралығына мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай.

Енәйәтсел төркөмгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла, уларҙы федераль эҙләүгә бирәләр. Әлбиттә, енәйәтселәр тиҙ арала табыла һәм ҡулға алына. Дүрт енәйәтсенең тик берәүһе генә суд барышында үҙ ғәйебен яртылаш таный.
Әле был енәйәт буйынса тикшереү эше бара.
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: