-8 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
5 Февраля 2020, 12:30

Рәсәй почтаһы 2020 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын иғлан итте

20% ташлама менән

Рәсәй почтаһы 2020 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының башланыуын иғлан итте.
800 баҫмаға яҙылырға мөмкин, беренсе ярты йыллыҡ хаҡтары апрелгә тиклем ғәмәлдә була.
Рәсәй почтаһының матбуғатҡа яҙылыу агентлығы акцияһында күберәк илдең бөтә төбәктәрендә һатылған федераль баҫмалар ҡатнаша, ләкин район һәм урындағы баҫмалар ҙа бар.
Почта бүлексәләрендә баҫма матбуғатты темалар һәм төбәктәр белешмәһе менән ҡағыҙ каталог буйынса һайларға мөмкин. Һәр гәзит-журналдың уникаль идентификаторы — хәрефтән һәм дүрт һандан торған яҙылыу индексы бар. Шулай уҡ Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ҡарамағындағы Төбәк баҫма киң мәғлүмәт саралары буйынса эксперт советы әҙерләгән исемлектәге 2500 баҫманы таратыуға ташлама: Рәсәй почтаһының үҙенең каталогы буйынса 25% йәки башҡа яҙылыу агентлыҡтары каталогтары буйынса 20%.
Читайте нас в