-1 °С
Болотло
«Программала 16 банк ҡатнашырға әҙер. Төп ставканы федераль бюджет яба, ә республика ҡалған өлөшөн 0,1% тиклем ябырға тейеш», — тип билдәләне аграр ведомство башлығы ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһендә.
Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут һүҙҙәренсә, федераль ведомство партнер-банктар исемлеген төҙөүҙе тамамлай, ә февралдә ауыл ипотека кредиттарын биреү башлана.
«Ҡарар ҡабул ителде, норматив документацияны әҙерләргә ҡалды. Беҙ ошо башланғысты хуплайбыҙ, республиканың халыҡ өсөн процент ставкаһын тағы ла кәметеү мөмкинлеге һәм теләге булыуы яҡшы», — тине Оксана Лут.
Ауыл ипотекаһының төп маҡсаты – ауыл биләмәләрендә йәшәгән халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Программа ярҙамында 2025 йылға 200 меңдән ашыу ғаиләнең үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бар. Быйыл программаны финанслауға федераль ҡаҙнанан 1 миллиард һумдан ашыу бүленә. Ауыл ипотекаһының төп һәм берҙән-бер шарты кредитты маҡсатлы тәғәйенләүгә ҡайтып ҡала. Уны ауыл ерендә әҙер торлаҡ, йорт һалыу өсөн ер участкаһы, төҙөлөп бөтмәгән өй, төҙөлә башлаған йортта фатир һатып алыу өсөн тотонорға була.