+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 12:40

Бәхеткә күрә, автомобилдәр булмаған.

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

М-5 трассаһында Өфөгә барған юлда бүрәнәләр тейәгән прицеп әйләнеп китеп ауған. Тайғаҡ юлда машинаның тормозы тотмағандыр, тип фараз итә шаһиттар. Кемдәрҙер ваҡиғаны видеоға төшөрөп тә өлгөргән.
Шишмә юлы сиселешендә булған хәлдең аяныслы тамамланыуы ла ихтимал ине. Бәхеткә күрә, машина гөжләп торған оло юлда осраҡлы рәүештә автомобилдәр булмаған. Ауған бүрәнәләр сәселеп китеп бөтә юлды ҡаплаған. Ярай әле, был юлы ҡорбандарһыҙ тип еңел һуларға ғына ҡала.
Водителдәргә хәйерле юл теләйбеҙ. Һеҙҙең һәр берегеҙҙе өйҙә яҡындарығыҙ көтә торғандыр. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгәндә, оло юлдағы башҡа водителдәрҙе хөрмәт иткәндә күңелегеҙ тыныс, башығыҙ һау, ғаиләгеҙ бәхетле булыр. Өҫтәүенә тәбиғәт көйһөҙлөктәре лә юлдағы хәүефте икеләтә арттыра.
Фото: Баш ДТП
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: