+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 12:30

Машинаңды ситкә ҡуй!

Ташлап ҡалдырылған автомобилдәр ныҡ ҡамасаулай

Коммуналсылар урамдарҙы ҡарҙан таҙартҡанда ЮХХДИ инспекторҙары менән эшләргә мәжбүр. Ни өсөн тигәндә унда-бында туҡталҡаға ташлап ҡалдырылған автомобилдәр ныҡ ҡамасаулай.
Быйылғы ҡыш күп ҡар яуыуы менән кәрәкте бирә. Баш ҡала коммуналсылары көнө-төнө эшләй. Тик уларға автомобилдәр ҡамасаулай: хужалары "шул урында ҡарҙан таҙартыу үткәрелә" тигән белдереүҙәргә иғтибар итмәй, өҫтәүенә "тимер ат"тарын юл ҡағиҙәләрен боҙоп ҡалдыра.
Ошоно күҙ уңында тотоп, кисә, 5 февралдә Өфө коммуналь хеҙмәте ЮХХДИ менән берлектә эшләне. Ҡар таҙартыуға ҡамасаулаған һәм ҡағиҙә боҙоп ҡалдырылған машиналар штраф туҡталҡаларына оҙатылды.
- Коммуналсылар һәм Өфө ЮХХДИ-һы подразделениеһы күптән үҙ-ара килешеп эшләй, - тип һөйләй баш ҡаланың Киров район хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов. - Беҙ уларға бергә эшләгәнгә рәхмәтлебеҙ. Мөнәсәбәт һөҙөмтә бирә, ҡар таҙартыу һәм сығарыу ваҡыты күпкә кәмей.
Уртаса алғанда Өфөлә көндөҙ 260-тан ашыу берәмек техника ҡар сығарыуға йәлеп ителгән, төндә был һан 300-гә тиклем арта. Киров районында 70 тирәһе берәмек КДМ һәм торлаҡ ойошмалары техникаһы эшләй.

Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
"Йәшлек" гәзите
Читайте нас: