+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 17:40

Тиҙ арала юлды «асырға»...

Бындай хәлдәр килеп тыуғанда улар һәр ваҡыт әҙер

Ҡышҡы көндәрҙә бурандар һәм көслө ҡар яуыу сәбәпле килеп сыҡҡан ҡатмарлы шарттарҙа юл хеҙмәтсәндәренең төп бурысы шул.
Февралдең тәүге көндәрендә республикала көслө ҡар яуҙы. Ҡала эсендә һәм унан ситтә ҡар һырынтылары барлыҡҡа килде. Йыш ҡына был осраҡтарҙа юлға сығыусылар ҡатмарлы хәлдә ҡала. Дәүләкән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы - «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте коллективына ҡышын һауа шарттарының боҙолоп китеүе ғәҙәти күренеш, бындай хәлдәр килеп тыуғанда улар һәр ваҡыт әҙер.
Предприятиела тәүлек әйләнәһенә һауа шарттарын күҙәтеүҙә тоталар, шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртеүҙәре хаҡында ла онотмайҙар.
Буран башланыуҙың тәүге сәғәттәренән үк Шишмә-Ҡырғыҙ-Миәкә, Талбазы-Дәүләкән-Бүздәк юл участкаһына предприятиеның бөтә ҡар таҙартыу техникаһы сығарылды.
Ҡар таҙартыуҙа «МТЗ-82» тракторҙары водителдәре А.Х. Гилдин, А.Р. Ғәлиәкбәров, автогрейдер водителдәре С.Ш. Фазлиәхмәтов, М.Г. Арыҫланов, А.Г. Коноваленко, ҡар таҙартыу ҡоролмаһы булған «КамАЗ» водителдәре И.А. Латипов, Т.С. Шәйбәков, А.Р. Ғәлиәкбәров, И.Ф. Миронов, универсаль юл машиналарында Р.М. Әғзәмов, В.Х. Ҡолоев, И.В. Кучеров, Н.Ш. Солтанов, В.А. Семененколар эшләне.
Ҡар ҡатламын таҙартҡандан һуң махсус ҡулайлаштырылған машиналар ҡар һәм боҙ тиҙерәк иреһен өсөн ҡом ҡатнашмаһы һибеп сыға.
Юл хеҙмәтсәндәренә Ҡоръятмаҫ-Мәкәш һәм Ҡыҙрас-Ҡаңлы-Төркәй ауылдары араһындағы «хәрби-грузин юлы» ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Ҡайһы бер урындарҙа ҡар һырынтылары айырыуса ҡалын була, шуның өсөн унда Р.Р. Ғәлиәкбәров идара иткән махсус машина ебәрелде. Был көндәрҙә идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы – тиҙ арала юлдарҙы асыу ине. Раев һәм Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәләре халҡы ла уларҙың эшенән ҡәнәғәт.
Предприятие етәкселеге бөтә юл эштәре барышын ГЛОНАСС системаһы буйынса контролдә тота. Монитор экранында он-лайн рәүешендә ҡар таҙартыу техникаһының район юлдары буйлап хәрәкәт итеүен, тәртипкә килтереүен күрергә була.
Ҡыш - Дәүләкән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы коллективы өсөн көсөргәнешле һәм яуаплы осор.
Сергей Чиков.
Яҡшы эштәре өсөн рәхмәт
Ошо көндәрҙә беҙҙең гәзит редакцияһына Александровка ауылында йәшәүсе Владимир Афанасьев шылтыратты.
- Февралдә беҙҙең территорияла эшмәкәрлек алып барған ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре В.Б. Рихтер һәм С.Н. Белогуров ауыл урамдарын үҙ техникалары менән ҡарҙан таҙартты.
- Уларҙың ярҙамы һөҙөмтәһендә урамдан йәйәү ҙә, шәхси транспортта та рәхәтләнеп йөрөргә мөмкин. Ауыл кешеләре «Тиҙ ярҙам» һәм башҡа машиналарҙың саҡырған адрес буйынса килеп етә аласағын яҡшы белә. Башҡа райондарҙа булғанда кире күренештәр күҙәтелә, ә беҙҙә юлсылар үҙ участкаларын тиҙ арала ҡарҙан таҙарта, урындағы ауыл хужалығы етештереүселәре лә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуа ҡалһа, граждандарҙың үтенесенә һәр ваҡыт ҡолаҡ һала, шуның өсөн ауылда йәшәүселәрҙең бөтәһе исеменән уларға рәхмәт белдерәм.
Читайте нас: