Башҡортостан яңы коронавирус инфекцияһы биләмәлә таралмаһын өсөн хәлде даими контролдә тота. Бөгөн оператив кәңәшмәлә был турала доклад менән “Роспотребнадзор” етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов сығыш яһаны.
Шулай итеп, бөгөн республикала коронавирус менән зарарланған бер осраҡ та теркәлмәгән. Өфөлә яңы вирустың таралыуына ҡаршы көрәш буйынса махсус штаб булдырылған. Өс тапҡыр ултырыш үткәрелгән, уларҙа вирусты таратмау һәм сирле кеше асыҡланған рәүештә нимә эшләү кәрәклеге ҡаралған.
Әйткәндәй, республикала коронавирус менән сирлеләр асыҡланһа, улар өсөн махсус урын да әҙерләнгән. Был маҡсатта Өфө янындағы “Сәләмәтлек шишмәһе” тип аталған шифахана-профилакторийы файҙаланыласаҡ.
Башҡа инфекцияларға килгәндә, улар менән сирләү осраҡтары күбәйә. Александр Жеребцов белдереүенсә, был аҙнала сирлеләр 13 процентҡа (640) артҡан. Күпселек “В” тибындағы киҙеү йоҡторған. Ҡалғандарҙа “А” тибындағы киҙеү теркәлгән. Сирләгәндәрҙең күпселеге – балалар.
Әле республикала 171 мәктәп һәм 10 балалар баҡсаһы карантинға ябылған. Ә Өфө һәм Нефтекамала бөтә мәктәптәрҙә лә бер аҙнаға уҡытыу туҡтатылды.
Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров тейешле ведомстволарға дарыуханаларҙа етәрлек кимәлдә битлектәр булыуын контролдә тоторға ҡушты.
Александр Жеребцов республиканың һәр районында һәм ҡалаһында дезинфекция саралары үткәрергә, киң күләмле сараларҙы ойоштормай торорға ҡушты.
– Оҙаҡламай 23 февраль байрамы етә. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бәйле булғас, үткәрмәй ҡалыу мөмкин түгел. Хәүефһеҙлек сараларын иҫәптә тотоп, халыҡ күп йыйылған ерҙәрҙә дезинфекция үткәреп, байрамды билдәләргә кәрәк. Ул үтеп киткәс, 8 Март байрамы етә. Был турала ла уйлай башлағыҙ, – тине Радий Хәбиров.