-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 11:30

Түләүҙәр тәртибе үҙгәрә

Социаль страховкалау фонды түләүҙәр тәртибен үҙгәртә

1 июлдән әсәлек, балалар пособиелары, сырхаған ваҡыттағы түләүҙәр физик шәхестең иҫәбенә туранан-тура күсерелә башлай. Әлегәсә иң тәүҙә эш биреүсе эшсеһенә түләй, ә социаль страховкалау фонды уны һуңынан кире ҡайтара ине.
Бала тыуған өсөн бер тапҡыр түләнә торған пособие, эш урынында зыян күргәндәргә, балаға 1 йәш ярым тулғансы түләнгән аҡсалар барыһы ла социаль страховкалау фондынан күсерелә. Белгестәр әйтеүенсә, түләүҙәрҙең туранан-тура башҡарылыуы тәү сиратта граждандар өсөн уңайлы була.
Читайте нас: