Дәүләт Думаһында әсәлек капиталы программаһын киңәйтеү тураһында төҙәтмәләр өҫтөндә эш башланды. Был турала ТАСС хәбәрсеһенә ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Тамара Плетнева
хәбәр итте. «Төҙәтмәләр килде, эш бара. Депутаттар уларҙы 19 февралдәге ултырышта тикшерә», — тине Плетнева.